

Төндә Баймаҡ районында Сермән-Амангилде-Баймаҡ автомобиль юлының 182-се саҡрымында үлемесле авария теркәлгән.
36 йәшлек ир "Lada Priora" автомобиле менән идара иткәндә юлдың ситенә төшөп түңкәрелә. Авария һөҙөмтәһендә водитель ваҡиға урынында һәләк була. Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү башланған.
Хөрмәтле водителдәр, юлда һәр ваҡыт уяу булығыҙ, тиҙлек режимын һаҡлағыҙ, айырыуса төнгө ваҡытта иғтибарлы булығыҙ!
фото:ЮХХДИ