ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
18 Ғинуар 2022, 09:16

«Лада Приора» водителе һәм пассажиры юл фажиғәһендә һәләк булған

-

«Лада Приора» водителе һәм пассажиры юл фажиғәһендә һәләк булған«Лада Приора» водителе һәм пассажиры юл фажиғәһендә һәләк булған
«Лада Приора» водителе һәм пассажиры юл фажиғәһендә һәләк булған

Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ хәбәр итеүенсә, бөгөн көндөҙгө сәғәт 1 тирәһендә Өфө-Ырымбур юлының 217-се саҡрымында  «Лада Приора» ҡаршыға килгән Skoda Octavia менән бәрелешкән.

Илебеҙ автомобиле водителе һәм уның пассажиры, ир-егеттәр, ашығыс медицина ярҙамы килеп еткнсе йән биргән. Skoda пассажиры дауаханаға оҙатылған.

Әле ваҡиға урынында полицияның тәфтиш-оператив төркөмө һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй. Фажиғә сәбәптәре асыҡлана.

https://www.bashinform.ru/news/law/2022-01-18/v-bashkirii-v-dtp-s-inomarkoy-na-trasse-pogibli-voditel-i-passazhir-lady-priory-2658550

Фото:Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ

Автор:
Читайте нас