ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
17 Января 2022, 11:34

Һуңғы сәфәр

-

Һуңғы сәфәрҺуңғы сәфәр
Һуңғы сәфәр

Алыҫҡа вахта менән йөрөп эшләүҙәре рәхәт түгел, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙға. Йылы донъяһынан айырылып, балаларын яҙмыш ҡосағына ҡалдырып, аҡса эшләйем тип ҡырға сығып китеү өсөн гүзәл затҡа ниндәй ҙур тәүәккәллек, көс, ҡыйыулыҡ кәрәктер ул?!

Йылайыр районының бер ауылынан 34 йәшлек ҡатын да матди яҡты нығытыу маҡсатында ситкә йөрөп эшләгәндер. Тик 12 ғинуарҙағы сәфәре уның һуңғы тапҡыр эшкә тип йыйынып сығыуы булған...

Был фажиғә булыр көндө ҡатын ире менән бергә Губкинский ҡалаһына вахта ысулы менән эшкә китеп барған. Юлда уны уйламағанда инсульт аяғынан йыҡҡан. Ҡатынды тиҙ арала Ырымбур өлкәһенең Ҡыҙыл ауылындағы дауаханаға оҙатҡандар ҙа ул, тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡотҡарып ҡала алмағандар, дүрт сәғәттән һуң ул вафат булған...

Фото:bash.news

Автор:Аклима Гизатуллина.
Автор:
Читайте нас