

Әбйәлил районында Стәрлетамаҡ-Белорет-Магнитогорск автомобиль юлында Силәбе өлкәһенән 39 йәшлек водитель йөрөткән “Ауди-80” автомобиле КамАЗ йөк машинаһына төкөй.
Авария һөҙөмтәһендә “Ауди” пассажирҙары, 6 һәм 10 йәшлек ике ҡыҙ, төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға килтерелә.
Әле авария сәбәптәре тикшерелә.
Юлдарҙа һаҡ булығыҙ! Һауа торошо көн дә тиерлек үҙгәреп торған ваҡытта айырыуса иғтибарлылыҡ кәрәк.
ГИБДД Республики Башкортостан
Фото: ГИБДД по РБ