ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
17 Ғинуар 2022, 07:29

Башҡортостанда юл фажиғәһендә йәш ярымлыҡ баланың әсәһе һәләк булған, улы — дауаханалы

Юл фажиғәһе 16 ғинуарҙа, киске сәғәт 5-тә Стәрлетамаҡ районында, Стәрлетамаҡ-Федоровка автомобиль юлының 33-сө саҡрымында булған.

Башҡортостанда юл фажиғәһендә йәш ярымлыҡ баланың әсәһе һәләк булған, улы — дауаханалыБашҡортостанда юл фажиғәһендә йәш ярымлыҡ баланың әсәһе һәләк булған, улы — дауаханалы
Башҡортостанда юл фажиғәһендә йәш ярымлыҡ баланың әсәһе һәләк булған, улы — дауаханалы

Билдәле мәғлүмәттәр буйынса, Стәрлетамаҡта йәшәгән 27 ҡатын идара иткән «ЗАЗ Chance» ҡаршыға килгән «Chevrolet Cruze» менән бәрелешкән. Рулдә Стәрлетамаҡтан 29 йәшлек ир ултырған.

«Аварияла «ЗАЗ Chance» водителе ашығыс медицина ярҙамы килеп еткәнсе йән биргән. Уның йәш ярымлыҡ улы, шулай уҡ икенсе водитель һәм уның ҡатыны дауаханаға оҙатылған», — тип хәбәр итте Башҡортостан буйынса ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте.

Ваҡиға урынында тәфтиш-оператив төркөм эшләй. Юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәре асыҡлана.

Автор:Альмира Давлетбаева.
https://bash.bashinform.ru/news/law/2022-01-17/bash-ortostanda-yul-fazhi-end-y-sh-yarymly-balany-s-e-l-k-bul-an-uly-dauahana-a-o-atyl-an-2656249
Автор:
Читайте нас