ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
15 Ғинуар 2022, 16:28

Полиция хеҙмәткәре – дауаханала...

Патруль автомобиленә ҙур тиҙлектә BMW X3 машинаһы килеп бәрелә...

Полиция хеҙмәткәре – дауаханала...Полиция хеҙмәткәре – дауаханала...
Полиция хеҙмәткәре – дауаханала...

Ҡырмыҫҡалы районында Өфө-Ырымбур автомобиль юлының 49-сы километрында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы машинаһы ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде. Полиция хеҙмәткәрҙәре ошонда булған аварияны теркәү өсөн юл ситендә туҡталған. Улар үҙ эштәрен башҡарған саҡта автомобилдәренә ҙур тиҙлектә BMW X3  машинаһы килеп бәрелгән.

– Водитель Стәрлетамаҡ ҡалаһы яғынан Өфөгә табан юл тотҡан, юл ситендә маяҡ уты янып торған “Рено-Логан”патруль автомобиле менән бәрелешә. Һөҙөмтәлә ике транспорт сараһы ла зыян күрә, – тип аңлаттылар дәүләт инспекцияһында.

Автомобиль салонында ултырған полиция хеҙмәткәренә медицина ярҙамы талап ителгән. Авария ваҡиғаһын тикшереү бара. 

Тәбиғәт көйһөҙлөктәре, ҡышҡы миҙгел  ҡатмарлыҡтары менән бәйле,  юл йөрөү ауырлыҡтар тыуҙыра. Водителдәрҙе иғтибарлы булырға, юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡырабыҙ.

 

 

Фото:ЮХХДИ

Автор:Дина Арсланова
https://bashgazet.ru/articles/kh-ef-e-lek/2022-01-15/politsiya-he-m-tk-re-dauahanala-2655222
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас