ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
15 Ғинуар 2022, 16:25

"Эсмә”, тип килгәндәр уға...

11 айлыҡ балаһы янып үлгән йәш әсә тураһында күңелһеҙ мәғлүмәт билдәле булды.

"Эсмә”, тип килгәндәр уға..."Эсмә”, тип килгәндәр уға...
"Эсмә”, тип килгәндәр уға...

12 ғинуарҙа Туймазы районының Булат ауылында булған ҡурҡыныс янғын тураһында хәбәр иткәйнек инде. Төнгө 12-ләр тирәһендә бүрәнә йортта янғын сыға. Өйҙә яңғыҙы ғына булған 11 айлыҡ бәпес төтөнгә тонсоғоп һәләк була. Әсәһе иһә был ваҡытта өс һәм алты йәшлек башҡа балалары менән күршеләрҙә булған.

“Башинформ” мәғлүмәт агетнлығы хәбәр итеүенсә, был ғаилә имен булмаған һәм эскелек өсөн иҫәптә торған. Өс бала әсәһенә – 24 йәш. Янғын сыҡҡан төндә ул ике ҙур балаһы менән күршеләрҙә булған, бында улар иҫерткес эсемлектәр менән табын ҡорған.

“Янғын башланғас, өйҙә “Күп балалы ғаилә” программаһы буйынса ҡуйылған янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡулайлама эшләй башлаған. Әммә бәпесте ҡотҡарыр кеше генә булмаған шул. Фажиғә көнөнән алда ғына әсәгә урындағы ауыл советы башлығы һәм фельдшер барған. Улар йәш ҡатынды эсмәҫкә өгөтләгән. Ҡатындың ире вахтасы, ул эшкә киткән”, – ти “Башинформ”дың сығанағы.

Шулай уҡ билдәле булыуынса, янған йортта түләмәгән өсөн газ һүндерелгән. Мейестәре булмаған. Шуға күрә ғаилә өйөн электр йылытҡыстары ярҙамында йылытҡан. Уныһы селтәргә көсөргәнеш биреп, ошо сәбәпле янғын сыҡҡандыр тигән фараз бар.

Әле был ваҡиға буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Фажиғәнең барлыҡ нескәлектәре тикшерелә. Бер гонаһы булмаған бәләкәй баланы ғына ҡайтарып булмай... 

 

 

Фото: "Моя Уфа" порталы. 

Автор:Альфия Мингалиева
https://bashgazet.ru/articles/kh-ef-e-lek/2022-01-14/esm-tip-kilg-nd-r-u-a-2654850
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас