ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
15 Ғинуар 2022, 09:05

Бер юлы алты автомобиль бәрелешкән

Биш кеше, шул иҫәптән ике бала дауаханаға оҙатылған

Бер юлы алты автомобиль бәрелешкәнБер юлы алты автомобиль бәрелешкән
Бер юлы алты автомобиль бәрелешкән

Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районында Өфө - Белорет - Магнитогорск трассаһында бер юлы алты автомобиль бәрелешкән.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, фажиғә Илтерәк ауылы янында булған. 

«Биш кеше, шул иҫәптән 10 һәм 15 йәшлек ике бала зыян күрҙе. Һуңғыһы Өфөнөң 22-се дауаханаһына тикшереүгә оҙатылған, бер өлкән кеше һәм икенсе бала баш ҡаланың 21-се дауаханаһына оҙатылған», - тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.

Башҡортостан буйынса ЮХХДИ идаралығы, водителдәрҙе ял көндәрендә һауа торошо боҙолоуы тураһында иҫкәртә һәм ҡышҡы юлдарҙа икеләтә уяу булырға саҡыра.

 

 

фото:ЮХХДИ.

Бер юлы алты автомобиль бәрелешкән
Бер юлы алты автомобиль бәрелешкән
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас