

13 ғинуарҙа, иртән Стәрлетамаҡ ҡалаһының Шәфиев урамында 27 йәшлек ир 32 йәшлек ҡатынды һәм уның улын фатирҙан сығармай тотҡан. Был хаҡта полицияға ҡатындың туғаны хәбәр иткән.
«Фатирҙа Стәрлетамаҡта йәшәгән 32 йәшлек ҡатындың һәм уның 10 йәшлек улы булыуы асыҡланған. Ул ағаһына, бысаҡ һәм газ баллончигы тотоп алған танышым фатирыма килеп инде, тигән хәбәр ебәреп өлгөргән. Полицейскийҙар енәйәтсе менән һөйләшеүҙәр алып барған. Ул ишекте асыуҙан баш тартҡан. Улайһа ишекте емерәбеҙ, тип әйткәс кенә, хужабикәгә фатирҙы асырға рөхсәт иткән», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Тәртип һаҡсылары уның бысағын һәм газ баллончигын тартып алған. Билдәле булыуынса, ҡулға алынған ир Ырымбур өлкәһендә тыуып үҫкән, быға тиклем бер нисә тапҡыр хөкөмгә тарттырылған, шул иҫәптән урлашҡан өсөн. Уҙған йылдың авгусында иреккә сыҡҡан булған. Енәйәтсе Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ буйынса идаралығына килтерелгән.
Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыу тураһында ҡарар ҡабул ителәсәк.
Сығанаҡ: Башкортостаным/яңылыҡтар