

Һуңғы ваҡытта Башҡортостанда, хатта Урал аръяғы райондарында эпизоотик хәл-торош көсөргәнешле.
Баймаҡ районында малсылыҡҡа афәт килтергән нодуляр дерматит сире, ҡайһы бер райондарҙа ҡош киҙеүе сығанаҡтары һәр беребеҙҙе көсөргәнештә тотто. Хәҙер иһә күрше Ырымбур өлкәһендә бешмә (ящур) сире асыҡланған.
Хәйбулла районы территорияһына мал һәм кеше өсөн дә хәүефле булған ошо инфекцияның үтеп инеүенә һәм таралыуына юл ҡуймау сараларын күреү, ғәҙәттән тыш хәл осрағына уны бөтөрөү өсөн әҙерлек һыҙығында булыу маҡсатында ғәҙәттән тыш ведомство-ара комиссия ултырышы үтте. Уны муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Шәрипов алып барҙы. Унда Башҡортостан ветеринария идаралығы начальнигы Азат Йыһаншин, Башҡортостанда эпизоотик хәл-торошҡа ҡаршы сараларҙы ойоштороу һәм контролләү бүлеге начальнигы Руслан Байкеев, Башҡортостан буйынса Россельхознадзор идаралығы начальнигны урынбаҫары Ришат Ҡотләмәтов, Хәйбулла район ветеринария станцияһы начальнигы Ишмырҙа Баймырҙин, район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Вил Рәхмәтов, ауыл хужалығы биләмәләре башлыҡтары, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары етәкселәре, ауыл старосталары ҡатнашты.
Ғәҙәттән тыш ведомство-ара комиссия ултырышында түбәндәге ҡарар ҡабул ителде: Ырымбур өлкәһендәге малдар бешмәһенең таралыу ихтималлығына бәйле, ауыл биләмәләре башлыҡтарына, милек формаһына ҡарамаҫтан, барлыҡ мал-тыуар хужаларына, малсылыҡ продукциялары менән тәьмин итеүселәргә Хәйбулла районында зпизоотик хәл-торошто контролләүҙе көсәйтеү бурысы ҡуйылды. Был саралар бешмә ауырыуы сығанаҡтарын бөтөрөү һәм таралыуына юл ҡуймау нигеҙендә иҫкәртеү, диагностикалау, сикләү, карантин һәм башҡа сараларҙы күреүгә нигеҙләнгән Рәсәй ауыл хужалығы министрлығы бойороҡтарына ярашлы, бешмәгә ҡаршы көрәш буйынса ветеринар ҡағиҙәләрҙе үтәүҙе тәьмин итеү нигеҙендә башҡарыла.
1.Район территорияһында һәр бер баш эре малдарҙы индентификациялау һәм биркалау;
--тейешле документтары булмайынса, ситтән мал алмаҫҡа;
--мал һатып алған, һуйған һәм һатҡан осраҡта, быҙаулағанда был турала дәүләт ветеринария хеҙмәтенә хәбәр итергә;
--ветеринар белгестәргә малдарға диагностик тикшереү үткәреү һәм вакцинация эшләү өсөн ҡаршылыҡ күрһәтмәҫкә;
--мал үлгән йәки бер нисә баш бер юлы сирләп киткән осраҡта был турала ветеринар белгестәрҙе иҫкәртергә кәрәк.
Тулы материалды "Хәйбулла хәбәрҙәре" район гәзитенең 2-се һанында уҡығыҙ.