

Был хәл Оло Мәскәү урамындағы 13-сө йорт эргәһендә булған. Бала мөғжизә менән генә иҫән ҡалған - ҡыҙыҡайҙың янында өҫкө ҡаттарҙан тәҙрә быялаһы ҡойолоп төшкән.
«Иртән ҡыҙым мәктәпкә класты йыйыштырырға тип сығып киткәйне. Өй эргәһенән үткәндә ул дөһөрләгән тауыш ишеткән. Бер нисә метр үткәс, әйләнеп ҡараһа, ергә ниҙер гөрһөлдәп төшкәнен күргән. Һуңынан мин шул урынды барып ҡараным. Был ваҡытҡа быяла ярсыҡтары ғына ҡалғайны», - тип яҙған баланың атаһы.
Ир әйтеүенсә, быға ремонтсылар ғәйепле. Ваҡиға урынында ул эшселәрҙең йорттоң өҫкө ҡатында тәҙрә алмаштырыуҙарын күргән.
Сығанаҡ: Башкортостаным/яңылыҡтар