

Әлшәй районының Раевка ауылында Яңы йыл алдынан бер нисә кеше яҡынлашып килгән байрамды билдәләргә шәхси йортта йыйылған. Табын фажиғә менән тамамланды.
«Башинформ» агентлығына хәбәр итеүенсә, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ҡунаҡтарҙың береһе өҫтәл артында бергә эскән ҡатын менән талашҡан. Бәхәс ҡуптарған ир өҫтәлдән бысаҡ алып, уға үс алыу менән янай башлаған. Ҡатын ихатаға йүгереп сығып барған, унда уны ярһыған ир ҡыуып еткән. Ул уға бысаҡ менән ташланған - ҡатын йәрәхәттәрҙән ваҡиға урынында йән биргән.
«Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса Тәфтиш идаралығы органдары әлеге осраҡ буйынса Рәсәй Енәйәт кодексының 105-се статьяһының 1-се өлөшө буйынса «үлтереү» енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Ғәйепләнеүсе тотолған, тикшереү эше алып барылған һәм ғәйепләү белдерелгән. Суд уны һаҡ аҫтына алды», - тип аңлатма бирҙеләр «Башинформ» агентлығына ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.
Ир кеше эшкә урынлашыуы һәм уның ике балаһы булыуы билдәле. Шул уҡ ваҡытта енәйәтсе ике баланы ла әсәһеҙ ҡалдырған. Рәсми раҫланмаған мәғлүмәттәр буйынса, йәнәһе лә, ғәйепләнеүсе наркотиктар ҡулланған. Ауыл халҡы араһында үлтереүсе ҡатындың ҡолағын киҫеп ырғытыуы тураһында хәбәрҙәр баҫылғайны, ләкин хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы сығанаҡ был мәғлүмәтте кире ҡаҡты.