

Бөгөнгө 9 ғинуарҙа Краснокама районында һәләк булған кешеләр менән юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Авария Дүртөйлө-Нефтекама автомобиль юлының 78-се саҡрымында булған.
ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Рено Кангу, Toyota Camry һәм Hyundai Santa Fe автомобилдәре бәрелешкән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юл-транспорт ваҡиғаһында бер кешенең - Рено водителенең ғүмере өҙөлгән.
Ваҡиға урынында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа хеҙмәттәр эшләй. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, юл-транспорт фажиғәһе Яңы Нуғай торама пункты янында булған. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре зыян күргәндәрҙе деблокировкалаған, табиптарға тапшырған. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә ете кеше зыян күргән. Алты кеше ашығыс медицина ярҙамы машиналары менән Нефтекама ҡала клиник дауаханаһына оҙатылған.
фото:Башинформ.