ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
6 Ғинуар 2022, 04:10

Юғалған ирҙе эҙләү туҡтатылды...

Йәш атай хеҙмәттәштәре менән корпоратив үткәргәндән һуң ғәйеп булған.

Юғалған ирҙе эҙләү туҡтатылды...Юғалған ирҙе эҙләү туҡтатылды...
Юғалған ирҙе эҙләү туҡтатылды...

Үткән йылдың декабрь аҙағында Күмертау ҡалаһында ике бала атаһы Артур Яхин хеҙмәттәштәре менән корпоратив үткәргәндән һуң юғалды, тип хәбәр ителгәйне.

Ике аҙна буйы кәләше, туғандары, яҡындары уның имен табылырына өмөтләнде, арманһыҙ булып эҙләне. Шулай уҡ полиция, "Лиза Алерт" эҙәрмәндәре лә эҙләүгә ҡушылды. 31 йәшлек Артурҙы һуңғы тапҡыр киске сәғәт 11 тирәһендә "Хуторок" кафеһы янында күргәндәр. Әлеге ваҡытҡа тиклем уның ҡайҙалығы ла билдәһеҙ ине.

Һәм бына кисә уның үле килеш табылғанлығы хаҡында "Лиза Алерт" төркөмөнән хәбәр килде. Йәш ир менән ни булғанлығы әлегә билдәле түгел. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҡындарының, ҡатыны һәм бәләкәс ике ҡыҙының өмөттәре аҡланманы… Улар ҙур юғалтыуҙы бик ауыр кисерә, сикһеҙ ҡайғыларын уртаҡлашабыҙ, тип яҙалар социаль селтәрҙәрҙә таныштары.

 

 

Фото: "АиФ" гәзите.

Автор:Миләүшә Сайтакова
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2022-01-05/yu-al-an-ir-tabyl-an-da-bit-2644989
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас