ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
6 Ғинуар 2022, 13:29

Бөгөнгө ҡот осҡос фажиғәлә ике кеше һәләк булды, тағы бишәүһе - дауаханала

Ҡыҙғанысҡа күрә, яңы йыл аяныслы хәбәрҙәрҙән башланды: 2 ғинуарҙа ғына аварияларҙа 6 кешенең ғүмере өҙөлдө, 30 кеше йәрәхәтләнде.

Бөгөнгө ҡот осҡос фажиғәлә ике кеше һәләк булды, тағы бишәүһе - дауаханалаБөгөнгө ҡот осҡос фажиғәлә ике кеше һәләк булды, тағы бишәүһе - дауаханала
Бөгөнгө ҡот осҡос фажиғәлә ике кеше һәләк булды, тағы бишәүһе - дауаханала

Бөгөн Өфө районында аварияла ике кеше һәләк булған.

Киске сәғәт алты тирәһендә Өфө-Шишмә-Осоргин юлының 5-се саҡрымында Daewoo Nexia  автомобиле ҡаршыға килгән Hyundai Veloster автомобиле менән бәрелешкән.

Юл-транспорт фажиғәһе һөҙөмтәһендә Daewoo автомобилендә ике кеше һәләк булған, ҡалған икәүһе дауаханаға оҙатылған. Hyundai автомобилендә оло кеше һәм ике бала зыян күргән, улар дауаханаға оҙатылған.

Ваҡиға урынында тәфтиш-оператив төркөм эшләй, юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәре асыҡлана, тип хәбәр иттеләр республика автоинспекцияһында.

Һауа торошо ҡатмарланыу сәбәпле, республиканың юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекцияһы автомобиль йөрөтөүселәргә һаҡ булырға, юл ситендә "ҡорос ат"тарын ҡалдырмаҫҡа, юл таҙартыу хеҙмәтенә ҡамасауламаҫҡа кәңәш итә. Буранлы осорҙа сәфәрҙәрҙән тыйылып тороу урынлы. Юлға сыҡҡан осраҡта тиҙлек режимын һәм интервалды һаҡлау мөһим.

 

фото:ЮХХДИ.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас