ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
5 Ғинуар 2022, 18:16

Йылан юғалған...

Өфөлә бер фатирҙа  йорт питоны контейнерҙан сығып киткән.

Йылан юғалған...Йылан юғалған...
Йылан юғалған...

Өфө ҡалаһынан экзотик хайуандар тотҡан ҡатын контейнерҙан питон сығып китеп юғалыуы тураһында экстрен хеҙмәткә хәбәр иткән.

Сәйәхәт итергә яратҡан йыланды эҙләргә Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса БР Дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары йәлеп ителә. Бәхеткә күрә, питон ванна бүлмәһендә табыла.

Әйткәндәй, бындай экзотик хайуандар был ҡатында берәү генә түгел. Хужабикә күргәҙмәләр тотоу һәм фотоға төшөү өсөн тағы ла бер нисә йылан аҫрай икән.

“Ҡырағай йәки экзотик хайуандарҙы тотоу ҡотарыусылар өсөн яңылыҡ түгел. Был юлы йыландың өйҙә табылыуы яҡшы булды, сөнки  күп фатирлы йортта питондың башҡа кешеләрҙе лә ҡурҡытыуы ихтимал ине”,--тип белдерҙеләр  ведомствоның мәғлүмәт хеҙмәтендә.

https://www.bashinform.ru/

Фото:пресс-служба Госкомитета по ЧС РБ

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас