ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
2 Января 2022, 17:23

Буран, көслө ел, ҡар һырынтылары, тайғаҡ юл...

Алдағы көндәрҙә республика буйынса һауа торошо боҙола

Буран, көслө ел, ҡар һырынтылары, тайғаҡ юл...Буран, көслө ел, ҡар һырынтылары, тайғаҡ юл...
Буран, көслө ел, ҡар һырынтылары, тайғаҡ юл...

Башгидромет хәбәр итеүенсә, алдағы көндәрҙә республика буйынса урыны менән көслө ҡар яуыуы,  айырым райондарҙа буран, ҡар һырынтылары һалыуы күҙәтелә.

Үкенескә күрә,  Башҡортостан буйынса  ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренең һәм юл хеҙмәте хеҙмәткәрҙәренең иҫкәртеүенә ҡарамаҫтан, ҡайһы бер водителдәр һаҡлыҡ сараларын күҙәтмәй.  Һөҙөмтәлә юлдарҙа авариялар теркәлде. Мәҫәлән, 2 ғинуарҙа ғына  Стәрлетамаҡ, Благовещен һәм Яңауыл райондарында 3 юл хәрәкәте ваҡиғалары булған. Был хәл-ваҡиғаларҙың төп сәбәбе—ҡаршы һыҙатҡа сығыу һәм тиҙлек режимын күҙәтмәү.

Иғтибарлы һәм һаҡ булығыҙ!

📞Единый телефон вызова экстренных служб - 112.

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас