ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
1 Ғинуар 2022, 17:31

Иҫерек ҡатын арҡаһында...

Яңы йылдың беренсе көнөндә үлемесле авария теркәлде

Иҫерек ҡатын арҡаһында...Иҫерек ҡатын арҡаһында...
Иҫерек ҡатын арҡаһында...

Бөгөн, 1 ғинуарҙа, Бәләбәй районында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.

Фажиғә иртәнге сәғәт 9 тирәһендә Бәләбәй-Йәрмәкәй-Приют автомобиль юлының 2-се саҡрымында теркәлгән, тип хәбәр итә республика Дәүләт автоинспекцияһы. Алдағы мәғлүмәттәр буйынса, «ВАЗ-2110» менән идара иткән 33 йәшлек ҡатын юлдан ситкә сығып осҡан. Авария һөҙөмтәһендә Йәрмәкәй районында йәшәгән 24 йәшлек пассажир алған йәрәхәттәренән ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе йән биргән. Водитель иҫерек булған. Әле хәлде тикшереү бара.

Яңы йыл төнөндә республика юлдарында бөтәһе һигеҙ юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, 10 кеше зыян күргән.

 

 

фото:ЮХХДИ.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас