

28 декабрҙә кисен Өфөнөң мәғлүмәт-диспетчер үҙәгенә Революция урамындағы 70-се йорттоң аҫма түбәһендә бер үҫмерҙең ятыуы тураһында хәбәр килгән.
«Өфөнөң Граждандарҙы яҡлау идаралығының эҙләү-ҡотҡарыу отряды хеҙмәткәрҙәре 12 йәшлек малайҙы подъездың аҫма түбәһенән эвакуациялаған һәм ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәренә тапшырған. Үҫмер баш ҡаланың дауалау учреждениеһына оҙатылған», - тип хәбәр иттеләр идаралыҡтың матбуғат хеҙмәтенән.
Билдәле булыуынса, малай бейеклектән ҡолағанда имгәнгән. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.
Сығанаҡ: Башкортостаным/яңылыҡтар