ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
28 Декабрь 2021, 06:34

Өфөлә мәктәптәрҙән йәнә уҡыусыларҙы һәм хеҙмәткәрҙәрҙе эвакуациялайҙар

-

Өфөлә мәктәптәрҙән йәнә уҡыусыларҙы һәм хеҙмәткәрҙәрҙе эвакуациялайҙарӨфөлә мәктәптәрҙән йәнә уҡыусыларҙы һәм хеҙмәткәрҙәрҙе эвакуациялайҙар
Өфөлә мәктәптәрҙән йәнә уҡыусыларҙы һәм хеҙмәткәрҙәрҙе эвакуациялайҙар

28 декабрҙә иртән Өфө мәктәптәренән йәнә балаларҙы эвакуациялау башланды. «Башинформ» агентлығына сығанаҡтан билдәле булыуынса, йәнәһе лә төндә уҡыу йорттарын шартлатырға йыйыныуҙарын хәбәр иткәндәр.

📣 «86-сы гимназиянан бөтәһен дә сығарҙылар - балаларҙы «Саторис» үҙәгенә алып киттеләр. Башҡа мәктәптәрҙә лә шундай уҡ хәл. Кинологтарҙы көтәләр, бер кемде лә индермәйҙәр, ә уҡытыусылар күнекмә эвакуацияһы, ти», - тип хәбәр итте ошо хәлдең шаһиты.

❗ Ата-әсәләргә балаларын өйгә алып ҡайтырға ҡушҡандар. Ваҡиға урынына ашығыс хеҙмәттәр килгән.

Хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы сығанаҡ мәғлүмәт агентлығына белем биреү учреждениеларында эвакуациялар башланыуын раҫланы. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 47-се, 49-сы, 31-се, 24-се, 61-се, 64-се, 65-се, 71-се, 129-сы, 93-сө, 98-се мәкәптәрҙе эвакуациялағандар.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған аҙнала Өфөлә 100-гә яҡын мәктәпте эвакуацияланылар, был 20 меңләп уҡыусы тигән һүҙ.

 

Сығанаҡ: Башкортостаным/яңылыҡтар

Автор:
Читайте нас