

2021 йылдың февраль төнөндә Свердловск өлкәһенән 29 йәшлек ир Белорет автовокзалында 35 йәшлек таксист ҡатындың автомобиленә ултырған. Уға үҙен Учалыға алып барыуын үтенгән.
Юлда ир машинаны туҡтатыуҙы талап иткән, зарядка сымы менән ҡатындың муйынын быуа башлаған, бер нисә тапҡыр бысаҡ менән сәнскән.
Водитель автомобилдән сығып ҡасҡан, ләкин ир уны ҡыуып етеп, ныҡ итеп туҡмаған. Шунан кеше йөрөмәгән урынға алып сығып мәсхәрәләгән. Аҙаҡ үҙен Учалыға илтеп ҡуйырға ҡушҡан. Енәйәтсе таксистың 6700 һум аҡсаһын да тартып алған.
Ике көндән ирҙе туғанының фатирында тотҡандар. Ул үҙ ғәйебен өлөшләтә таныған. Енәйәтсене 8 йылға иркенән мәхрүм иткәндәр.
Сығанаҡ: Башкортостаным/яңылыҡтар