ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
27 Декабрь 2021, 04:38

Юлға сыҡмай тороуығыҙ хәйерле!

Бөгөн дә Башҡортостан территорияһында, бигерәк тә көнъяҡ райондарҙа,  һауа торошо тотороҡһоҙ

Юлға сыҡмай тороуығыҙ хәйерле!Юлға сыҡмай тороуығыҙ хәйерле!
Юлға сыҡмай тороуығыҙ хәйерле!

Синоптиктар белдереүенсә, бөгөн, 27 декабрҙә, республиканың көнъяҡ райондарында  ҡар яуыуы, буран сығыуы, юлдарға ҡар һырынтыһы һалыуы күҙәтелә.

Водителдәргә һаҡ булырға, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен күҙәтергә,  хәүефһеҙ дистанция тоторға кәрәк.  Был осорҙа юлға сыҡмауығыҙ хәйерле. Ҡайһы бер трассаларҙа юл хәрәкәте сикләнгән.  Авариялар күп.

Фото:Валерий Шахов

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас