ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
27 Декабрь 2021, 09:10

Яҡташыбыҙ Яңы Уренгойҙағы вокзалда ике иптәше менән тереләй янып үлгән

-

Яҡташыбыҙ Яңы Уренгойҙағы вокзалда ике иптәше менән тереләй янып үлгәнЯҡташыбыҙ Яңы Уренгойҙағы вокзалда ике иптәше менән тереләй янып үлгән
Яҡташыбыҙ Яңы Уренгойҙағы вокзалда ике иптәше менән тереләй янып үлгән

Яңы Уренгой ҡалаһы Коротчаево биҫтәһендәге тимер юл вокзалында өс вахтасы тереләй янып үлгән, уларҙың береһе - яҡташыбыҙ. Был хаҡта «Ямал 1» баҫмаһы хәбәр итте.

22 декабрҙә төндә вокзалдың реконструкцияға ябылған корпусында янғын сыҡҡан. Яҡынса мәғлүмәт буйынса, майҙаны 25 квадрат метрлыҡ ял итеү бүлмәһе янып киткән.

Янғынды һүндергән ваҡытта ҡотҡарыусылар өс кешенең мәйетен тапҡан. Урындағы төҙөлөш компанияһы эшселәренең ғүмере өҙөлгән. Икәүһе - Ырымбур өлкәһенән, ә өсөнсөһө - Башҡортостандан. Мәрхүмдәргә ни бары 17, 32 һәм 42 йәш булған.

Ғәҙәттән тыш хәл осрағын Яңы Уренгой транспорт прокуратураһы һәм Ямал-Ненец автономиялы округы буйынса Тәфтиш комитеты тикшерә.

 

Сығанаҡ: Башкортостаным/яңылыҡтар

Автор:
Читайте нас