

Кисә көндөҙгө сәғәт 11-ҙәр тирәһендә Ҡырмыҫҡалы районында Өфө-Ырымбур автомобиль юлының 49-сы саҡрымында ҙур авария теркәлә.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Салауатта йәшәүсе 55 йәшлек ҡатын "Daewoo Matiz" менән идара иткәндә уң яҡта туҡтап торған "Chevrolet Lacetti" автомобиле менән бәрелешә.
Артабан юл-транспорт ваҡиғаһында ҡатнашыусылар менән эҙмә-эҙлекле рәүештә 10 автомобиль бәрелешкән.
Авария һөҙөмтәһендә "Daewoo Matiz" водителе йәрәхәттәрҙән ваҡиға урында йән биргән. Шулай уҡ аварияла 11 кеше, шул иҫәптән 6 һәм 3 йәшлек ике бала зыян күргән. Был факт буйынса тикшереү башланған.
фото һәм видео: ЮХХДИ.