

27 декабрҙә республиканың көньяҡ райондарында буран, юлдарға көрт һалыуы, күп итеп ҡар яуыуы, боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Был хаҡта Башгидромет белгестәре хәбәр итте.
«Көньяҡтан иҫкән елдең секундына 17-22 метрға тиклем көсәйеүе мөмкин. Юлдарҙың ҡайһы бер участкаларында күреү мөмкинлеге 500 метрҙан кәмей», — тип белдерҙе синоптиктар.
Бер нисә көндән республикала көндәр һыуыта. 29 декабргә Өфөлә һауа температураһының -21 градусҡа тиклем түбәнәйеүе ихтимал.
Сығанаҡ:Башинформ.