

Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты водителдәргә һауа торошо тотороҡланғансы алыҫ юлға сығыуҙы кисектереп торорға кәңәш итә.
26 декабрҙә иртән Туймазы районында М-5 трассаһында 33 еңел һәм йөк автомобиле ҡар ҡамауында ҡалған. Уларҙың барыһы ла Серафимовка һәм Николаевка тораҡ пункттары янындағы участкала ҡар һырыуы арҡаһында хәрәкәтте дауам итә алманы.
«Урындарҙа юл хеҙмәттәре эшләй. Хәл контролгә алынған. Әлеге мәлдә юл сатына Туймазы ҡалаһынан ҡар таҙартыусы ике КамАЗ килеп етте. Автозаправкалау станциялары янында кемпинг эшләй башланы», - тип асыҡлыҡ индерҙеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре Серафимовка һәм Бәләбәй саты эргәһендәге трассала өс кешегә ярҙамға килде. Тәүҙә унда ВАЗ-2112 автомобиле боҙолған. 33 йәшлек водителде йылытыу пунктына алып килгәндәр. Һуңынан профессиональ ҡотҡарыусылар янына йәштәр килде. Улар Туймазынан Нижнетроицкиға алып киткән таксист менән низағ арҡаһында юлда машинан төшөп ҡалған. Үкенескә күрә, улар буранда ныҡ өшөп өлгөргән һәм табиптар ярҙамы талап ителгән.
фото:Башинформ.