ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
26 Декабрь 2021, 07:43

Буран сығыуы арҡаһында 15-кә яҡын автомобиль бәрелешкән

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәләк булыусылар бар

Буран сығыуы арҡаһында 15-кә яҡын автомобиль бәрелешкәнБуран сығыуы арҡаһында 15-кә яҡын автомобиль бәрелешкән
Буран сығыуы арҡаһында 15-кә яҡын автомобиль бәрелешкән

Республика Дәүләт автоинспекцияһы матбуғат хеҙмәтенең оператив мәғлүмәттәре буйынса, 26 декабрҙә ҡырмыҫҡалы районында Өфө-Ырымбур юлының 49-сы саҡрымында 15 самаһы машина бәрелешкән.

Билдәле булыуынса, юл фажиғәһендә бер кешенең ғүмере өҙөлгән. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре ваҡиға урынында ярҙам күрһәтә.

Бынан алда М-5 «Урал», М-7 һәм Р-240 трассаларында хәрәкәтте сикләү тураһында хәбәр иткәйнек. Бынан тыш, республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты водителдәргә һауа торошо тотороҡланғансы Туймазы районына барыуҙан баш тартырға кәңәш итте. 26 декабрҙә иртән М-5 трассаһында 33 еңел һәм йөк автомобиле ҡар ҡамауында ҡалған. Уларҙың барыһы ла Серафимовка һәм Николаевка тораҡ пункттары янындағы участкала ҡар һырыуы арҡаһында хәрәкәтте дауам итә алманы.

 

фото:ЮХХДИ

Буран сығыуы арҡаһында 15-кә яҡын автомобиль бәрелешкән
Буран сығыуы арҡаһында 15-кә яҡын автомобиль бәрелешкән
Буран сығыуы арҡаһында 15-кә яҡын автомобиль бәрелешкән
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас