

25 декабрҙә Ишембай районында теркәлгән юл-транспорт ваҡиғаһында бер кешенең ғүмере өҙөлгән. ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, авария Стәрлетамаҡ-Белорет-Магнитогорск автомобиль юлының 9-сы саҡрымында киске сәғәт 11-ҙә теркәлгән.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, "Kia Rio" машинаһы руле артындағы 29 йәшлек ҡатын бағанаға бәрелгән. Юл фажиғәһе һөҙөмтәһендә уның 34 йәшлек пассажиры - ире, ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе йән биргән. Әлегә юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәре асыҡлана.
фото:Башинформ