ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
26 Декабрь 2021, 04:09

4 миллион һум урлағандар

Ҡоралланған ике ир Өфөләге офисҡа килеп инә...

4 миллион һум урлағандар4 миллион һум урлағандар
4 миллион һум урлағандар

Өфөлә 25 декабрҙә көндөҙгө сәғәт 2-лә ҡала үҙәгендәге банктарҙың береһенә һөжүм иткәндәр. Пистолеттар менән ике ир Цюрупа урамындағы бинаға үтеп инә. Шул ваҡытта офиста кассир һәм бер нисә клиент булған. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына үҙ сығанаҡтары хәбәр итте.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, енәйәтселәр 4 миллион һум самаһы аҡса урлаған. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әлеге ваҡытта полиция хеҙмәткәрҙәре енәйәтселәрҙе эҙләй. Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 162-се статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

 

 

фото:Башинформ.

Автор:
Читайте нас