ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
23 Декабрь 2021, 12:04

Күп балалы әсә тыуған көнөндә һәләк булған

Апаһы уны “үлемең юлда булһын” тип ҡарғаған, ә күрәҙәсе әхирәте "һинең башыңа машинаң етәсәк" тигән...   

Күп балалы әсә тыуған көнөндә һәләк булғанКүп балалы әсә тыуған көнөндә һәләк булған
Күп балалы әсә тыуған көнөндә һәләк булған

Был аҙнала республикала авариялар бихисап булды. Шуларҙың береһе дүшәмбе көн Стәрлебаш районында теркәлде. Юлда күп балалы әсә, 38 йәшлек Айгөл Я. һәләк булды.

Ҡатын 20 декабрҙә Стәрлетамаҡтан Стәрлебашҡа “ВАЗ-2110” автомобилендә китеп барған саҡта ҡаршы һыҙатҡа сыға һәм “Ман” йөк машинаһы тәгәрмәстәре аҫтына эләгә. Бәрелеш бик көслө була, машинанан тимер өйөмө генә ҡала, ә Айгөл табиптар килеп еткәнсе һәләк була. Ул көндә юлда буран булған. Әле “КП-Өфө” баҫмаһы ҡатындың кемлеген асыҡлаған.

Ғөмүмән, был аварияла һәм ҡатындың үлемендә сәйер осраҡлыҡтар бик күп булып сыҡҡан. Ошо ҙур авария алдынан Айгөл шул уҡ көндә йәнә бер юл-транспорт ваҡиғаһына эләккән. Был турала ҡатын Инстаграмда тура эфирға сығып һөйләгән. Таҙартылмаған тайғаҡ юлда уның машинаһы әйләнеп китә һәм кәртәгә барып бәрелә. Был саҡта уның автомобиленең бамперы ныҡ ҡына зыян күрә. Инстаграмдағы яҙылыусылары уға бының өҫтән билдә булыуы тураһында әйтә һәм башҡаса юлға сыҡма ти. Айгөл иһә үҙенең эштәр буйынса Стәрлетамаҡҡа барырға йыйынғаны тураһында әйтә. Әйткәндәй, был көндө уның тыуған көнө булған.

– Машина кәртәгә бәрелде. Юлда боҙлауыҡ. Бына тыуған көнөмә шундай яҡшы бүләк. Машинам онталды. Ә мин бер ай элек кенә яңы бампер ҡуйғайным. Был драндулетты әллә ҡасан алмаштырырға кәрәк ине – металлға тапшырырға ла оноторға. Йә тормоз насар тота, хәҙер бына был, – тип һөйләгән ҡатын.

Айгөл шулай уҡ ныҡ ҡына итеп туғандары менән талашыуҙары тураһында ла әйткән булған.

– Миңә улар күп тапҡырҙар үлемеңде юлда тап тип теләне. Бер туған апайым был турала йөҙөмә ҡарап та әйткәйне. Әммә былай булмаясаҡ, – тигән Айгөл. – Күрәҙәсе әхирәтем иһә – машинаңды һат, ул һине үлтерәсәк, тип әйткәйне. Тик барыбер ҡалаға барам һәм бер нимә лә мине туҡтатмаясаҡ. Насар хәл булһа, тимәк, шул яҙған була инде, Хоҙай шулай ҡушҡан.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, насар күҙаллауҙар тормошҡа аша. Бер нисә сәғәт тә үтмәй, Айгөл юлда һәләк була. Иң аяныслыһы, ҡатындың ире һәм өс балаһы ҡалған. Иң бәләкәйенә ни бары дүрт кенә йәш.

Айгөл үҙенең автомобилен һәм мотоциклын яратҡан. Техниканы ул йәш саҡтан "йүгәнләп алған" һәм 19 йәшенән уларҙы йөрөтөргә өйрәнгән.

Ауылдаштары ҡатынды һәр ваҡыт йылмайып йөрөгән оптимист тип хәтерҙә ҡалдырған. Ул иң ауыр мәлдәрҙә лә йылмайып алға табан барған.

– Шундай матур, йәш, энергияһы ташып тора ине. Бик йәл. Фәрештәһе нисек тә иҫкәртергә, туҡтатырға тырышты, хәл-ваҡиғалар уға, бөгөн бер ҡайҙа ла барма, тине. Тыңламаны шул. Балалары - әсәйһеҙ, ире һөйгән ҡатынһыҙ ҡалды, – ти Айгөлдөң әхирәте Вера.

Юлда йөрөү һәр ваҡыт хәүефле. Бындай осраҡтарҙа насар һиҙемләү булғас, өйҙә ҡалыу яҡшыраҡ та бит. Ә иң мөһиме ҡағиҙәләр тураһында оноторға ярамай. Айырыуса ҡыш көнө һәм насар һауа шарттарында. 

Юлдарыбыҙ имен булһын! 

 

 

 

Фото: "КП-Өфө". 

Автор:Альфия Мингалиева
https://bashgazet.ru/articles/kh-ef-e-lek/2021-12-23/k-p-balaly-s-tyu-an-k-n-nd-l-k-bul-an-2631909
Автор:"Башҡортостан" гәзите
Читайте нас