ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
23 Декабрь 2021, 12:06

Илнур табылған

Йырсыны 25 ноябрҙән алып эҙләйҙәр ине

Илнур табылғанИлнур табылған
Илнур табылған

Учалы ҡалаһынан 38 йәшлек йырсы һәм музыкант Илнур Ҡәләмов табылды. Ул ата-әсәһе менән бәйләнешкә сыҡҡан. Был хаҡта уның яҡындары социаль селтәрҙә хәбәр итте.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, артист 25 ноябрҙә юғалғайны. Ул музыка студияһында эшләгән. Йырлай, йырҙар яҙа, яҡшы аранжировкалар яһай. Артист республикала «Юлдаш йыры» проекты буйынса ла билдәле. Һуңғы тапҡыр юғалған ирҙе Учалы районының Ураҙ ауылында күргәндәр. Ул телефонын юғалтҡан. Туғандары полицияға ғариза яҙған. Йырсыны эҙләү менән ирекмәндәр ҙә шөғөлләнгән.

 

 

 

 

фото:Башинформ

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас