

Аварияға тиклем бер нисә сәғәт алдан 38 йәшлек Айгөл Я. бер туған апаһының үлем теләүе тураһында һөйләгән, ә күрәҙәсе машинала ғүмере өҙөләсәген әйткән.
Авария Стәрлетамаҡтан Стәрлебашҡа илткән юлда булған. Был көндө ныҡ итеп ҡар яуған. ВАЗ-2110 автомобилендәге Айгөл Я. ҡаршы һыҙаттағы «Ман» фураһы тәгәрмәстәре аҫтына эләккән.
Бәрелешкәндән һуң еңел машина йәмшәйгән һәм юл ситенә сығып осҡан. Үлемесле йәрәхәтләнгән Айгөл үҙенең тыуған көнөндә яҡты донъя менән хушлашҡан.
Асыҡланыуынса, фажиғә булырҙан бер нисә сәғәт элек ҡатын аварияға осраған булған. Социаль селтәрҙә ул ҡоймаға барып бәрелеүе хаҡында хәбәр иткән.
Уның ире һәм өс балаһы ҡалған, иң кесеһенә 4 кенә йәш.
Сығанаҡ: Башкортостаным/яңылыҡтар