ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
22 Декабрь 2021, 03:21

Хәйбулла районында иҫерек водитель аварияға сәбәпсе булған

*

Добавить в предпочтительные источники Google
Хәйбулла районында иҫерек водитель аварияға сәбәпсе булғанХәйбулла районында иҫерек водитель аварияға сәбәпсе булған
Хәйбулла районында иҫерек водитель аварияға сәбәпсе булған

2021 йылдың 17 декабрендә Хәйбулла районы Һамар ауылы янында 2 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.

Төнгө сәғәт 1 тирәһендә Хәйбулла районында йәшәгән 28 йәшлек ир ВАЗ-2114 автомобиле менән идара итеү һәләтен юғалтып, юл ситенең һул яғына сығып осҡан, артабан әйләнгән. Иҫерек булыу-булмауын тикшергән саҡта ирҙең иҫерек булыуы асыҡланған. Водителгә ҡарата төрлө статьялар буйынса протокол төҙөлгән. Иҫерек водителдәр үҙҙәренең генә түгел, башҡаларҙың да ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя, аварияларға юл аса. 

Киске сәғәт 6-лар тирәһендә Һамар ауылы янында Хәйбулла районында йәшәүсе 35 йәшлек ир, "Лада Ларгус" менән идара итеү һәләтен юғалтып, юлдан ситкә сығып киткән. Транспорт водителе юл-транспорт ваҡиғаһы урынын ҡалдырған. Һуңынан автомобиль водителе асыҡланған. Водителгә ҡарата административ протокол төҙөлгән. Водителдәргә юл-транспорт ваҡиғаһы урынын ҡалдырып киткән өсөн 1 йылдан 1,5 йылға тиклем идара итеү таныҡлығынан мәхрүм ителеү, 15 тәүлеккә тиклем административ ҡулға алыу янауын онотмағыҙ, тип иҫкәртә ЮХХДИ-ның Хәйбулла районы бүлеге.

Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәйек, һаҡ һәм яуаплы булайыҡ.

 

фото:ЮХХДИ.

Хәйбулла районында иҫерек водитель аварияға сәбәпсе булған
Хәйбулла районында иҫерек водитель аварияға сәбәпсе булған
Автор:Раян Атанбаев