ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
22 Декабрь 2021, 11:09

Башҡортостанда үҙенә атҡан полиция участковыйын эш машинаһында тапҡандар

-

Башҡортостанда үҙенә атҡан полиция участковыйын эш машинаһында тапҡандарБашҡортостанда үҙенә атҡан полиция участковыйын эш машинаһында тапҡандар
Башҡортостанда үҙенә атҡан полиция участковыйын эш машинаһында тапҡандар

Ауырғазы районы Талбазы ауылының полиция лейтенанты, 25 йәшлек Алмаз Ю. эш машинаһында атылып үлгән. Мәйет янында табель ҡоралы табылған.

Билдәле булыуынса, кисә кис лейтенант участкаға инмәгән һәм табель ҡоралын тапшырмаған - был ғәҙәттән тыш хәл. Уға шылтырата башлағандар, ләкин телефоны яуап бирмәгән.

Полиция хеҙмәткәрҙәре полицейский йәшәгән йортҡа юлланған. Алмазды өй эргәһендә эш машинаһында тапҡандар. Уның ике балаһы ҡалған.

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығында полицейскийҙың үлеме тураһында мәғлүмәтте раҫланылар.

«Әлеге ваҡытта тикшереү бара», - тип белдерҙеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.

 

Сығанаҡ: Башкортостаным/яңылыҡтар

Автор:
Читайте нас