ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
21 Декабрь 2021, 07:00

Аш әҙерләгәндә бәләгә тарыған...

-

Аш әҙерләгәндә бәләгә тарыған...Аш әҙерләгәндә бәләгә тарыған...
Аш әҙерләгәндә бәләгә тарыған...

Бәлә аяҡ аҫтында, тигәндәре дөрөҫтөр. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына дауаханаға бешкән ҡатын эләгеүе хаҡында хәбәр килә.

Баҡтиһәң, Стәрлетамаҡ ҡалаһында Патриотик урамындағы йортта йәшәгән 59 йәшлек ҡатын уйламағанда бәләгә тарыған. Ул газ плитәһендә ғәҙәттәгесә ашарға бешергән саҡта, синтетик кейеменә ут ҡабып, гөлтләп янып киткән. Һөҙөмтәлә ҡатын ныҡ ҡына ҡазаланған: күкрәге, муйыны, арҡаһы, ҡул суҡтары бешкән. Дауаханала табиптар уға 1 – 2-се дәрәжәләге бешеү тигән диагноз ҡуйған.

Ә икенсе күңелһеҙ осраҡ Нияҙғол ауылында булған: унда 52 йәшлек ир яңылыш ҡыҙыу мейестең плитәһенә йығыла. Уның да тәненең күп өлөшө, ҡолаҡ япрағы бешкән. Табиптар ирҙең тәненең 2-3-сө дәрәжәлә янғанын белдергән.  Ведомствола асыҡлауҙарынса, ир кеше эскән дә булған.

Әле ошо ике бәләле осраҡ буйынса тикшереү бара. Уйламаған ҡазаларға тарымаҫ өсөн, һәр ерҙә лә уяулыҡты юғалтмайыҡ, дуҫтар.

Автор:Миләүшә Сайтакова.
Автор:
Читайте нас