ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
20 Декабрь 2021, 09:24

Ҡышҡы юлдарҙа икеләтә һаҡлыҡ кәрәк!

Бөгөн автобус менән минивен бәрелешеүе һөҙөмтәһендә...

Ҡышҡы юлдарҙа икеләтә һаҡлыҡ кәрәк!Ҡышҡы юлдарҙа икеләтә һаҡлыҡ кәрәк!
Ҡышҡы юлдарҙа икеләтә һаҡлыҡ кәрәк!

Бөгөн, 20 декабрҙә, төш ваҡытында Туймазы районында пассажирҙар транспорты ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.

Авария Бәләбәй-Николаевка-Туймазы-Баҡалы автомобиль юлының 57-се саҡрымында булған. ПАЗ вахта автобусы менән ҡапма-ҡаршы килгән "Toyota Estima" минивены бәрелешкән.

Авария һөҙөмтәһендә "Toyota Estima" водителе ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе йән биргән. Автобуста өс пассажир булғанлығы, уларҙы табиптарҙың ҡарап сығыуы билдәле. Юл-транспорт ваҡиғаһы урынында тәфтиш-оператив төркөм эшләй. Юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәре асыҡлана.

 

 

фото:ЮХХДИ.

Ҡышҡы юлдарҙа икеләтә һаҡлыҡ кәрәк!
Ҡышҡы юлдарҙа икеләтә һаҡлыҡ кәрәк!
Ҡышҡы юлдарҙа икеләтә һаҡлыҡ кәрәк!
Ҡышҡы юлдарҙа икеләтә һаҡлыҡ кәрәк!
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас