

19 декабрҙә, кискеһен, Сибайҙа юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Зыян күреүселәр бар.
Версияларҙың береһе буйынса, Асҡар-Әлмөхәмәт-Сибай автомобиль юлының 57-се саҡрымында "Лада Гранта" руле артындағы 26 йәшлек егет йылҡы өйөрөн бәрҙергән. Авария һөҙөмтәһендә водитель һәм уның пассажирҙары, 24 йәшлек ҡыҙ һәм 16 йәшлек уҡыусы дауаханаға оҙатылған. Ике ат һәләк булған. Ваҡиға урынында полиция һәм башҡа хеҙмәттәр эшләй. Юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәре асыҡлана.
фото:ЮХХДИ.