ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
19 Декабрь 2021, 07:04

Ҡот осҡос аварияға сәбәпсе булған егет тотолған

Фажиғәлә 22 һәм 19 йәшлек ҡыҙҙарҙың ғүмерҙәре өҙөлдө, тағы ла дүрт кеше...

Ҡот осҡос аварияға сәбәпсе булған егет тотолғанҠот осҡос аварияға сәбәпсе булған егет тотолған
Ҡот осҡос аварияға сәбәпсе булған егет тотолған

Авария 18 декабрҙә көндөҙ Башҡортостандың Октябрьский ҡалаһында Космонавтар урамында теркәлгән. Республика юл полицияһында билдәләүҙәренсә, аварияға 19 йәшлек егет ғәйепле.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, егет ВАЗ-2115 менән идара иткәндә ВАЗ-2112-гә төкөгән. Һөҙөмтәлә ВАЗ-2112  ҡаршы юл һыҙатына сығып, ҡаршыға килгән «Лада Калина»ға бәрелгән һәм юл ситенә сығып осоп түңкәрелгән.

ВАЗ-2112 автомобилендә ике ҡыҙ - 22 йәшлек водитель һәм 19 йәшлек пассажир һәләк булған. Улар дауаханала алынған йәрәхәттәрҙән вафат булған. «Калина»ла 71 йәшлек водитель һәм уның өс пассажиры - 68 һәм 34 йәшлек ике ир, 58 йәшлек ҡатын зыян күргән. Уларҙың барыһы ла дауаханаға оҙатылған.

ВАЗ-2115 автомобиле водителе юл-транспорт ваҡиғаһы урынынан ҡасҡан, кисә кискеһен уны эҙләп тапҡандар һәм ҡулға алғандар. Авария сәбәптәрен тикшереү эше дауам итә, тип хәбәр иттеләр БР буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығында.

 

 

фото:Башинформ.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас