ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
19 Декабрь 2021, 13:06

Ике бәпесте лә әсәйһеҙ ҡалдырып...

Әле егеттең 6 кеше зыян күргән авариялағы ғәйебе иҫбат ителмәгән, был эште тикшереү дауам итә. 

Ике бәпесте лә әсәйһеҙ ҡалдырып...Ике бәпесте лә әсәйһеҙ ҡалдырып...
Ике бәпесте лә әсәйһеҙ ҡалдырып...

Кисә көндөҙ Октябрьский ҡалаһында, Космонавттар урамында үлемесле авария теркәлә. 22 һәм 19 йәшлек  ике ҡыҙ “ВАЗ-2112” машинаһында китеп барған була. Уларға, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса “ВАЗ-2115” автомобиле килеп бәрелә. Бәрелештән һуң ҡыҙҙар ултырған машина ҡаршы һыҙаттан килгән “Лада Калина”ға төкөлә һәм юлдан оса.

Аварияның һөҙөмтәләре бик насар. 22 йәшлек водитель ҡыҙ менән уның 19 йәшлек пассажиры, шулай уҡ ҡатын кеше, дауаханала вафат була. “Лада Калина”ла ултырған дүрт кеше шулай уҡ ауыр йәрәхәттәр алған. Улар 71 йәшлек водитель, 68 һәм 34 йәшлек ирҙәр һәм 58 йәшлек ҡатын әле дауаханала. Ә аварияны ойошторған 19 йәшлек “ВАЗ-2115” машинаһы водителе авария урынынан ҡасҡан.

Әммә уға оҙаҡ йәшенергә тура килмәй, әле уның ҡулға алынғаны билдәле.

Әле был аварияның сәбәптәрен асыҡлау бара. Ә “mybashkortostan.ru” порталы хәбәрселәре ҡыҙҙарҙың таныштары менән аралашҡан. Улар белдереүенсә, авария яһап, урындан ҡасҡан 19 йәшлек егет ҡыҙҙар менән таныш булған. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, ул үҙе полицияға барған. Быны эшләргә уны дуҫы күндергән.

Ә иң аяныслыһы, һәләк булған ҡыҙҙарҙың икеһенең дә йәше лә тулып өлгөрмәгән бәләкәй сабыйҙары ҡалған. Әле егеттең авариялағы ғәйебе иҫбат ителмәгән, был эште тикшереү дауам итә. 

 

 

 

 

Фото: "Моя Уфа". 

Автор:Альфия Мингалиева
https://bashgazet.ru/articles/kh-ef-e-lek/2021-12-19/ike-b-peste-l-s-y-e-aldyryp-2626387
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас