

Өфөлә Менделеев урамында ВАЗ-2109 автомобиле яныуы тураһында хәбәр килгән. Янғын-ҡотҡарыу бүлексәләре килеп еткәнгә тиклем, быны күргән егет автомобилдән иҫһеҙ ятҡан 1986 йылғы ирҙе сығарған һәм үҙенең машинаһында 21-се дауаханаға алып киткән, унда зыян күреүсене «һөрөм еҫенән тонсоҡтороу» диагнозы менән реанимацияға оҙатҡандар. Әлеге ваҡытта зыян күреүсе үпкәне яһалма елләтеү аппараты ярҙамында тын ала.
Автомобиль янғыны сәбәптәрен Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы дознавателе асыҡлай.
фото:Башинформ.