

Башҡортостандың Октябрьский ҡалаһында теркәлгән юл-транспорт ваҡиғаһында кешеләрҙең ғүмере өҙөлдө.
Башҡортостан ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, авария көндөҙгө сәғәт биштә Космонавтар урамында теркәлгән. ВАЗ-2112 һәм ҡаршыға килгән «Лада Калина» еңел автомобилдәре бәрелешкән.
Бәрелешкәндән һуң ВАЗ кюветҡа осҡан. Авария һөҙөмтәһендә ВАЗ водителе һәм пассажиры, ҡыҙҙар, дауаханала йән биргән. Икенсе водитель йәрәхәтләнгән. Ваҡиға урынында полиция һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй. Һәләк булғандарҙың шәхестәре асыҡлана.
фото:Башинформ.