ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
18 Декабрь 2021, 09:19

“Аптырағас, урмандарҙы ҡарарға булдыҡ”

Башҡортостанда йырсыны эҙләү дауам итә.  

“Аптырағас, урмандарҙы ҡарарға булдыҡ”“Аптырағас, урмандарҙы ҡарарға булдыҡ”
“Аптырағас, урмандарҙы ҡарарға булдыҡ”

Учалы ҡалаһында йәшәгән йырсы һәм музыкант, 38 йәшлек Илнур Ҡәләмовтың юғалыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Ул 25 ноябрҙә үк ғәйеп булған һәм ошоға тиклем бәйләнешкә сыҡмаған. Ирҙе туғандары, дуҫтары, ирекмәндәр һәм полиция эҙләй, әммә ошоға тиклем бер хәбәр ҙә юҡ.

Юғалыр алдынан Илнур үҙен ғәҙәти тотҡан. Бер нимә тураһында ла хәүефләнмәгән, иҫерткес эсемлектәр эсмәгән. Уның ҡатыны бар, улар айырылышҡан булһа ла, яҡшы мөнәсәбәттә. Шулай уҡ ирҙең 14 йәшлек улы бар, ул атаһы өсөн бик ныҡ борсола.

– Беҙ нимә уйларға ла белмәйбеҙ. Илнур бер ҡайҙа ла юҡ, кемгә мөмкин бөтәһенә лә шылтыраттыҡ. Бер эҙе лә юҡ. Ошо көндәрҙә йәнә ауылға барабыҙ, урманды, тирә-яҡтарҙы ҡарап сығырбыҙ тағы, – тигән уның бер туған ағаһы тип хәбәр итә “КП-Өфө” порталы.

Илнур Ҡәләмовтың ҡайҙалығын белһәгеҙ, полицияға хәбәр итеүегеҙ һорала.

 

 

 

Фото: социаль селтәрҙәр. 

Автор:Альфия Мингалиева
https://bashgazet.ru/articles/kh-ef-e-lek/2021-12-17/aptyra-as-urmandar-y-arar-a-buldy-2623345
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас