

Әбйәлил районы Бикҡол ауылында ҡаршыға килгән йөк машинаһы (водителе - Магнитогорскиҙан 30 йәшлек ир) менән Белореттан 48 йәшлек идара иткән еңел машинаның бәрелешкән, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса ЮХХДИ-да.
Авария һөҙөмтәһендә еңел автомобиль пассажиры, 30 йәштәрҙәге ир, ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе йән биргән. Ваҡиға урынына Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының Күсем ауылы янғын һүндереү часы хеҙмәткәрҙәре, табиптар һәм полиция килгән. Авария сәбәптәрен полиция хеҙмәткәрҙәре асыҡлай, тип хәбәр иттеләр Дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтендә.
фото:ЮХХДИ