

14 декабрҙә кискеһен Mazda6 автомобиленең 46 йәшлек водителе Өфө ҡалаһының Н.Ковшова урамы буйлап Ю. Гагарин урамына боролғанда 14 йәшлек уҡыусыны бәрҙергән. Малай юл аша светофорҙың рөхсәт итеүсе сигналына сығып барған.
Юл фажиғәһе һөҙөмтәһендә уҡыусы дауаханаға оҙатылған.
«Мәғлүмәттәр базаһынан күренеүенсә, 2020 йылда водитель иҫерек килеш йөрөткән өсөн транспорт сараһы менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителгән. Шунлыҡтан ирҙең руль артына ултырырға хоҡуғы булмаған. Енәйәт ҡылған өсөн уға ҡарата административ материал төҙөлгән. Юл фажиғәһе факты буйынса тикшереү башланған», - тип хәбәр иттеләр Өфө буйынса ЮХХДИ бүлегенән.
фото:ЮХХДИ.