ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
14 Декабрь 2021, 14:19

Сибай ҡатыны Мәскәүҙә һәләк булған

Күп балалы әсәй аҡса эшләйем тип баш ҡалаға киткән дә бит...  

Сибай ҡатыны Мәскәүҙә һәләк булғанСибай ҡатыны Мәскәүҙә һәләк булған
Сибай ҡатыны Мәскәүҙә һәләк булған

Мәскәүҙә Сибайҙан 28 йәшлек күп балалы ҡатын һәләк булған. Туғандарының һүҙенә һылтанып, «МБ» (Мой Башкортостан) баҫмаһы хәбәр иткән был хаҡта.

Алдан күҙаллауҙарынса, Мәскәүгә аҡса эшләү маҡсатында килгән йәш әсә ағыуланып үлгән. «Ул үҙе теләп түгел, яңылышлыҡ арҡаһында килеп сыҡҡан. Табиптар тикшергәс, уның ағыуланғаны асыҡланды, әммә нимәнән икәнлеге бер аҙнанан ғына билдәле буласаҡ», - ти ҡайғыға батҡан туғандары.

Йәш ҡатындың 5, 7 һәм икенсе никахтан 2 йәшлек балаһы ҡалған. Улар әле үҙ аталары менән.

Мәрхүмәне тыуған яғына алып ҡайтыу өсөн ҙур сумма талап ителә. Туғандары уны тәрбиәләп, ерләү мәшәҡәттәрен үҙ өҫтөнә алыуын белдергән, тик бына оҙон юлға түләүгә сығымдар ҙур, шуға ла битараф булмағандарҙан ярҙам һораған. Ярҙам итергә теләгәндәргә  тулы мәғлүмәтте «МБ» сайтында табырға була.

 

 

 

Фото социаль селтәрҙән.

Автор:Миләүшә Сайтакова
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2021-12-14/sibay-atyny-m-sk-l-k-bul-an-2619441
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас