ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
12 Декабрь 2021, 05:11

Таң менән ҡот осҡос фажиғә

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ике еңел машина бәрелешкәндән һуң

Таң менән ҡот осҡос фажиғәТаң менән ҡот осҡос фажиғә
Таң менән ҡот осҡос фажиғә

12 декабрҙә Башҡортостандың баш ҡалаһында ике кеше һәләк булған юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Авария Минһажев һәм Октябрҙең 50 йыллығы урамдары киҫелешендә булған. ВАЗ-21099 һәм "Мазда 6" бәрелешкән.

Өфө ҡалаһы буйынса ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, авария һөҙөмтәһендә ВАЗ автомобиле водителе һәм пассажиры ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе йән биргән. Ваҡиға урынында полиция һәм башҡа хеҙмәттәр эшләй.

Әлегә хәлдең нисек булыуы асыҡлана. Социаль селтәрҙәр хәбәр итеүенсә, ВАЗ водителе Йәшел сауҡалыҡ биҫтәһенән ҙур тиҙлектә ҡыуғындан ҡасырға маташҡан.

Барығыҙға ла юлдарҙа һаҡ булырға кәңәш итәбеҙ. Тиҙлекте арттырмағыҙ!

 

 

фото:ЮХХДИ.

Таң менән ҡот осҡос фажиғә
Таң менән ҡот осҡос фажиғә
Таң менән ҡот осҡос фажиғә
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас