ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
12 Декабрь 2021, 05:22

Күрше районда көслө ел йорт-ҡаралтыларҙың ҡыйыҡтарын емергән

Елдең тиҙлеге секундына 15 метрға барып еткән. 

Күрше районда көслө ел йорт-ҡаралтыларҙың ҡыйыҡтарын емергәнКүрше районда көслө ел йорт-ҡаралтыларҙың ҡыйыҡтарын емергән
Күрше районда көслө ел йорт-ҡаралтыларҙың ҡыйыҡтарын емергән

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығына 11 декабрҙә иртән көслө ел арҡаһында Баймаҡ ҡалаһында Ҡарағайлы урамындағы гараждың ҡыйығын емергәнлеге тураһында хәбәр килде.

Бынан тыш, ошо уҡ ҡаланың Аҡназаров урамында шәхси йорттан профнастил ҡолап төшкән. Был осраҡтарҙа бер кем дә зыян күрмәгән. Хәл Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы контроленә алынған, тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.

 

 

фото:Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы.

Күрше районда көслө ел йорт-ҡаралтыларҙың ҡыйыҡтарын емергән
Күрше районда көслө ел йорт-ҡаралтыларҙың ҡыйыҡтарын емергән
Күрше районда көслө ел йорт-ҡаралтыларҙың ҡыйыҡтарын емергән
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас