ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
10 Декабрь 2021, 15:40

Юғалған 8 йәшлек уҡыусыны эҙләү тамамланды

Бала дәрестән һуң өйөнә ҡайтмай...

Юғалған 8 йәшлек уҡыусыны эҙләү тамамландыЮғалған 8 йәшлек уҡыусыны эҙләү тамамланды
Юғалған 8 йәшлек уҡыусыны эҙләү тамамланды

Өфө гимназияларының береһендә бөгөн юғалған уҡыусыны эҙләү уңышлы тамамланды. «Башинформ» агентлығына БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, малай иҫән-һау.

 

«Черниковская урамында табылған. Бала менән барыһы ла һәйбәт, ата-әсәгә тапшырылған», - тинеләр полицияла.

 

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бала дәрестән һуң өйөнә ҡайтмай. Туғандары саң ҡаға башлаған, полицияға һәм ирекмәндәргә мөрәжәғәт иткән.

 

 

 

 

фото:группа "Поиск детей-Уфа", Vk

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас