ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
10 Декабрь 2021, 17:06

Һиндостандан үс алыу өсөн Башҡортостанға ҡайтҡан

Ирҙең ата-әсәһе яҡты донъя менән хушлашҡан, ә ул колонияға эләккән...

Һиндостандан үс алыу өсөн Башҡортостанға ҡайтҡанҺиндостандан үс алыу өсөн Башҡортостанға ҡайтҡан
Һиндостандан үс алыу өсөн Башҡортостанға ҡайтҡан

Яҡташыбыҙ Һиндостанға даими йәшәргә күскән, унда ғаилә ҡорған. 2009 йылда, инсульттан һуң әсәһенең фалиж һуғыуы тураһында белгәс, ир Башҡортостандың баш ҡалаһына ҡайта. Ул ҡатынды тәрбиәләгән, уны ҡараусыға хеҙмәттәр өсөн аҡса түләгән. Ләкин йәш кеше атаһының әсәһен мыҫҡыллауынан түҙмәй һәм яңынан Һиндостанға сығып китә. Ғаилә башлығы, ҡатындың хәленә ҡарамаҫтан, уны көсләгән, шулай уҡ тыныс һәм буйһоноусан булһын өсөн эсергән.

Mash Batash каналы мәғлүмәттәре буйынса, бер йыл элек ҡатын вафат булған. Уның улы йәнә Өфөгә ҡайта. Элекке үпкәләрен иҫенә төшөрөп, ир ҡулына таяҡ алып, атаһына 12 тапҡыр һуҡҡан. Өлкән йәштәге ир кеше вафат булыр алдынан улы алдында ғәфү үтенергә өлгөргән. Һуңғыһын алты йылға колонияға оҙаттылар.

 

 

фото:"Башинформ" (Ксения Калинина)

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас