ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
5 Декабрь 2021, 12:59

Дүрт кешенең ғүмере өҙөлдө...

Ирҙең водитель таныҡлығы булмаған..

Дүрт кешенең ғүмере өҙөлдө...Дүрт кешенең ғүмере өҙөлдө...
Дүрт кешенең ғүмере өҙөлдө...

Уҙған тәүлектә республика юлдарында 15 автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа 4 кешенең ғүмере өҙөлгән һәм 16-һы йәрәхәтләнгән.

 

Кисен Салауат ҡалаһының Зәки Вәлиди урамында "Mazda CX-5" автомобиле менән идара иткән 41 йәшлек водитель 47 йәшлек йәйәүлене бәрҙергән. Шунан кюветҡа төшкән. Авария һөҙөмтәһендә ир ваҡиға урынында һәләк була. Әле хәлде тикшереү бара.

Мишкә районына Өфө-Яңауыл трассаһының 116-сы саҡрымында 28 йәшлек водитель "Volkswagen Golf"  менән идара иткәндә юл ситенә осҡан. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә 40 йәшлек пассажир алған йәрәхәттәренән вафат булған. Водитель үҙе һәм уның ике пассажирв - 21 һәм 22 йәшлек ирҙәр дауаханаға оҙатылған. Билдәле булыуынса, водителдең транспорт сараһы менән идара итергә хоҡуғы булмаған. Тикшереү башланған, уның барышында фажиғә сәбәптәре һәм шарттары асыҡланасаҡ.

Кисен Өфөнөң Орджоникидзе районында ВАЗ-2115 машинаһы менән идара иткән 44 йәшлек ир Репин урамы яғынан Боткин урамы яғына хәрәкәт иткәндә ағасҡа бәрелгән. Авария һөҙөмтәһендә водитель ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе йән биргән. Әле хәлде тикшереү бара.

Кисен Өфө районының Дмитриевка ауылы эргәһендә «Лада Гранта» руле артындағы 47 йәшлек водитель идара итеү һәләтен юғалтҡан һәм юл ситенә осҡан. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә водитель ашығыс ярҙам килгәнсе йән биргән. Әле хәлде тикшереү бара.

Тәүлек эсендә Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре 1800-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы асыҡлаған, 37 иҫерек водитель тотолған.

Һауа торошо ҡатмарланыу сәбәпле, республиканың юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекцияһы автомобиль йөрөтөүселәргә һаҡ булырға, юл ситендә "ҡорос ат"тарын ҡалдырмаҫҡа, юл таҙартыу хеҙмәтенә ҡамасауламаҫҡа кәңәш итә. Буранлы осорҙа сәфәрҙәрҙән тыйылып тороу урынлы. Юлға сыҡҡан осраҡта тиҙлек режимын һәм интервалды һаҡлау мөһим.

 

фото:ЮХХДИ.

 

Дүрт кешенең ғүмере өҙөлдө...
Дүрт кешенең ғүмере өҙөлдө...
Дүрт кешенең ғүмере өҙөлдө...
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас